Милли проекттар
22 Май 2021, 05:30

Ниһайәт, эш тамамланасаҡ

Шаран районында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө йыл аҙағына тамамланасаҡ.

Шаран районында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө йыл аҙағына тамамланасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы Шаран районының Шаран ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөп бөтөүгә дәүләт килешеүен төҙөнө. Төҙөлөш-монтажлау һәм сафҡа индереү эштәрен атҡарыусы тип “БИЛД” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте билдәләнгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спорт объектын төҙөү 2018 йылдың көҙөндә башланғайны. Ул ваҡытта объектты төҙөү өсөн аукционда “МегаСтройМонтаж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте еңеп сыҡҡайны. Объектты 2019 йылдың көҙөндә төҙөп бөтөрөргә тейештәр ине, әммә генераль подрядсы үҙ бурыстарын үтәмәгәйне. Дәүләт килешеүе өҙөлгәйне.
Комплекстың дөйөм майҙаны өс мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Проектҡа ярашлы, бинала дүрт йөҙөү юлынан торған 25 метрлыҡ бассейн, спорт залы, гардероб, тренер, табип бүлмәләре һәм башҡалар ҡаралған.
Бөгөн республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы тамамланмаған төҙөлөш майҙанын тапшырған. Комплекслы тикшергәндән һуң, подрядсы эште башлаясаҡ.
Ошондай объекттар төҙөлөшө программаларына ярҙам итеү – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө” милли проектының төп маҡсаттарының береһе.
Фото: республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.
Читайте нас