“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Дәүләкән үҙәк район дауаханаһы яңы рентген маммография аппараты алды. Быйыл федераль бюджет средстволары иҫәбенә Дүртөйлө, Архангел, Бүздәк һәм Дәүләкән райондарының үҙәк дауаханалары 39 миллион һумлыҡ яңы дүрт ҡорамал алды.
Маммография – һөт биҙҙәрен рентген ярҙамында тикшереү, һөт биҙҙәренең эске структураһын асыҡ күрһәткән һүрәттәр алыу. Был заманса ҡорамал ярҙамында яман шештәрҙе иртә стадияла асыҡларға мөмкин. Тимәк, дауалау өсөн ваҡыт та, мөмкинлектәр ҙә арта тигән һүҙ. Дауахананың баш табибы Айҙар Салауатов әйтеүенсә, күкрәктә төйөрсәләр, ауыртыныу барлыҡҡа килгәндә, мастопатия булғанда, яҡын туғандарҙа ошо сир асыҡланғанда ҡатын-ҡыҙҙарҙы маммография тикшереүенә ебәрәләр. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын модернизациялау программаһының төп маҡсаты - медицина ярҙамының сифатлы булыуы һәм унан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.