Милли проекттар
23 Май 2021, 12:30

Дәүләкәндәр “Агробум”да уңышҡа өлгәште

Уҡыусылар пирамида рәүешендә эшләнгән вертикаль ферма проектын тәҡдим итте.

Дәүләкән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 6 – 18 йәшлек 70-тән ашыу уҡыусы ауыл хужалығы өлкәһендәге “Агробум” робототехника олимпиадаһында ҡатнашты. Сарала ауыл хужалығы эштәрен автоматлаштырыу буйынса 25-тән ашыу инженерлыҡ проекты тәҡдим итте. Дәүләкән районынан олимпиадала 4-се лицейҙан технология уҡытыусыһы Валерий Шәрәфетдинов етәкселегендәге “Йәш фермер” командаһы ҡатнашты.
VII класс уҡыусылары Кузьма Садовников һәм Роман Митяев пирамида рәүешендә эшләнгән һәм автоматлаштырып һуғарылған күп кимәлле вертикаль ферма проектын жюри ҡарамағына сығарҙы. Олимпиада һөҙөмтәһе буйынса “Йәш фермер” командаһы “Иң яҡшы сити-фермер” номинацияһында еңеү яуланы.
Валерий Шәрәфетдинов әйтеүенсә, уҡыусылар “Сәнәғәт дизайны” түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнгән өсөн олимпиадала уңышҡа өлгәште. Был түңәрәк 4-се лицейҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы эшләй: дөйөм белем биреү учреждениеһында тәбиғи-техник, гуманитар һәм һанлы технологиялар йүнәлешендәге “Үҫеш нөктәһе” асылған. Малайҙар тәүге күнекмәләрҙә үк түңәрәккә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдергән. Әлеге олимпиадала улар тәүгә ҡатнашты. Бында балалар тиҫтерҙәренең ҡаҙаныштары менән танышып, артабанғы эш өсөн бик күп файҙалы һәм кәрәкле мәғлүмәт алды.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/100393
Читайте нас