Былтырғы йылдың икенсе кварталында Илеш районында граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү өсөн ике күп фатирлы йорт төҙөлөшө башланғайны. Был ике йортто быйылғы йыл аҙағына сафҡа индерергә планлаштыралар.
Төҙөлөш эштәре ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы алып барыла. Беҙҙең төбәктә әлеге федераль проекттың маҡсаттарына республикала 2019-2025 йылдарға граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программаһы ярҙамында өлгәшелә.
Программала ҡатнашҡан муниципалитеттарҙың береһе – Илеш районы. Район хакимиәтендә белдереүҙәренсә, төбәк программаһының икенсе этабына ярашлы Үрге Йәркәй ауылында кешеләрҙе 766,7 квадрат метрға тиң авария хәлендәге торлаҡтан яңыһына күсереү бурысы ҡуйылған. Был – 32 ғаилә йәки 71 кеше яңы һәм уңайлы торлаҡлы буласаҡ, тигән һүҙ.
Совет урамында төҙөлгән йортта төп төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған. Бында төҙөүселәр эске биҙәкләү эштәренә тотонған. Ә Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы объектта төҙөлөш тулы ҡеүәттә алып барыла. Бында эшселәр елләтеү юлдары һәм эске бүлемдәр һалыу менән мәшғүл, шулай уҡ тәҙрәләр ҡуйыла, фасад эштәре дауам итә.
БР Төҙөлөш министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл республикала әлеге программа буйынса Өфө ҡалаһында, Балтас, Бәләбәй, Илеш, Ҡалтасы һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында яҡынса ете мең квадрат метрға тиң авария хәлендәге торлаҡ фондын яңыртыу планлаштырыла.