Милли проекттар
24 Май 2021, 09:30

Башҡортостандан – 149 объект

Әле республика буйынса 369 меңгә яҡын кеше тауыш биреүҙә ҡатнашҡан.

Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән видеоселектор кәңәшмәһендә 2022 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтары ҡаралды. Мәғлүм булыуынса, әле республика буйынса 369 меңгә яҡын кеше тауыш биреүҙә ҡатнашҡан.
Дүрт аҙна дауам иткән тауыш биреүҙә Тәтешле, Асҡын, Йәрмәкәй, Шишмә, Стәрлебаш, Архангел, Хәйбулла, Ҡариҙел, Миәкә, Ҡалтасы, Салауат, Бүздәк, Бөрйән, Благовар, Нуриман, Мәсетле, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Йылайыр, Стәрлетамаҡ райондары, Салауат ҡалаһы алда бара. Был биләмәләрҙә тауыш биреү планы 100 проценттан артып киткән.
– Беҙ төбәкте халыҡтың тормошо өсөн иң уңайлыларҙың береһенә әүерелдереү өсөн системалы эш алып барабыҙ. Биләмәләр йәмлерәк, ҡыҙыҡлыраҡ булһын өсөн тауыш биреү ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Премьер-министр.
Мәғлүм булыуынса, тауыш биреү 26 апрелдә 2.gorodsreda.ru дөйөм Рәсәй платформаһында башланды һәм 30 майға тиклем дауам итә. Граждандарҙан тәҡдимдәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһына ярашлы йыйыла. Дөйөм Рәсәй платформаһына Башҡортостандан 149 объект индерелгән.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51584
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас