Милли проекттар
24 Май 2021, 11:30

Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлы ремонтлана

“Башкиравтодор” йәмғиәте 21 участкала бөтәһе 50 саҡрым оҙонлоғондағы юлдарҙа ремонт эштәре алып бара.

“Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Благовещен районындағы Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлында 4,1 саҡрым оҙонлоғондағы өс участкала ремонт эштәре алып бара.
Благовещен юл ремонлау-төҙөү идаралығы фрезер менән эшкәртеү һәм тигеҙләүсе ҡатлам һалыуҙы тамамлаған. Әле өс участкала ла яңы асфальт-бетон ҡатламы түшәү башланған. Шулай уҡ юл ситтәрен төҙөкләндереү һәм горизонталь юл һыҙаты һыҙыу планлаштырылған.
Килешеүгә ярашлы, ремонт эштәре 2021 йылдың сентябренә тамамланырға тейеш. Благовещен юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы Айнур Кашапов һүҙҙәренсә, эштәрҙе графиктан алда – июндә үк тамамлаясаҡтар.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Благовещен – Павловка, Булгаков – Боҙаяҙ (Ҡырмыҫҡалы районы биләмәһе), М5 “Урал” – Шишмә – Аксен – Ҡырғыҙ-Миәкә (Шишмә районы һәм Дәүләкән районы), Магнитогорск – Ира (Күгәрсен районы) автомобиль юлдарын ремонтлау эштәре башланған.
“Башкиравтодор” йәмғиәте был юл участкаларында тиҙлек режимын күҙәтеүҙе һәм төҙөлөш эштәренә бәйле транспорт хәрәкәтен ваҡытлыса сикләүҙе аңлап ҡабул итеүҙе һорай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә “Башкиравтодор” йәмғиәте быйыл 21 участкала бөтәһе 50 саҡрым оҙонлоғондағы арауыҡта юл ремонтлау эштәрен алып бара.
Фото: "Башкиравтодор".
Читайте нас