Милли проекттар
25 Май 2021, 10:30

Бүздәк пенсионерҙары сәйәхәт ҡылырға ярата

Туристарҙың тәүге төркөмө күптән түгел Красноусолға барып ҡайтты.

Бүздәк районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, район халҡы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проектына ингән “Башҡортса оҙон ғүмер. Туризм” программаһында әүҙем ҡатнаша. Программа саралары ғүмерҙе оҙайтыуға, өлкәндәрҙең һаулығын нығытыуға һәм социаль әүҙемлеген арттырыуға йүнәлтелә. Атап әйткәндә, Башҡортостандағы туристик объекттар буйлап ойошторолған бер көнлөк түләүһеҙ сәфәрҙәр пенсионерҙарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Улар республикалағы тәбиғи һәм мәҙәни мираҫ менән танышты.
Туристарҙың тәүге төркөмө күптән түгел Красноусолға барып ҡайтты. Улар дөйәғош фермаһында, “Красноусол” шифаханаһы биләмәһендәге изге шишмәләрҙә, Алла Анаһының Табын иконаһы православие ҡорамында булды. Ҡайтҡас, улар тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Күптәр тыуған яғыбыҙҙың матурлығын күрә белмәй. Башҡортостандың тәбиғәте иҫ киткес. Ҡыҙыҡлы турист маршруттары ойошторолған. Шуларҙың береһе – “Красноусол” курорты. Унда бөтә илдән ял итергә, һаулыҡты нығытырға киләләр. Шифаханаға тәүге тапҡыр барҙым. Ошондай мөмкинлек тыуғанға сикһеҙ шатмын”, – тине Бүздәктән Лира Гәрәева. Һәм уның менән килешмәү мөмкин түгел.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/101342
Читайте нас