Милли проекттар
25 Май 2021, 17:45

Өфөлә - 22-се Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы

Баш ҡалабыҙҙа 24 - 28 майҙа уҙған сарала 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән.

Өфөлә 22-се Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы бара. Ул 28 майға тиклем үтәсәк.
Сара эшҡыуарлыҡ өсөн имен, эшлекле мөхит, уңайлы шарттар булдырыуға, тәҡдимдәрҙе хуплауға һәм таратыуға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Ул 26 майҙа билдәләнәсәк Рәсәй эшҡыуарҙары көнөнә бағышланған.
Быйыл программа биш блоктан тора. Эшҡыуарлыҡ форумы нигеҙендә 20 трек үтәсәк, ҡатнашыусылар бизнес өлкәһендәге хоҡуҡ, стартаптар, йәштәр йүнселдәре, үҙенсәлекле тармаҡтарҙы үҫтереү, ғаилә һәм социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәсәк. Ғәмәли сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар ойоштороу ҡаралған. Сарала 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән.
"Форумда элекке кеүек үк бизнес өсөн көнүҙәк мәсьәләләр күтәреләсәк, мәҫәлән, интеллектуаль милекте һаҡлау һәм көйләү мөхите темаһы. Шулай уҡ студенттар өсөн стартаптарҙы, эшҡыуарлыҡты асыу мөмкинлектәрен, уларға дәүләт ярҙамы сараларын тикшерәсәкбеҙ. Бөгөн иҡтисадта йылдам алға барған сегмент булараҡ, үҙенсәлекле индустрияларҙың үҫеше, социаль һәм ғаилә эшҡыуарлығы киләсәге темаларына айырым иғтибар бүләсәкбеҙ", – ти Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Аҙна тематик көндәргә бүленгән. Беренсеһендә – “Эшҡыуарлыҡ хоҡуғы көнө” – йүнселдәр, юристар һәм эксперттар берлектә эшмәкәрлектәге хоҡуҡи тәьминәтте тикшерҙе.
Аҙна Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе ҡатнашлығында уҙғарылған бизнес-иртәнге аштан башланды. Был осрашыуҙа 18 эшҡыуар булды. Унда төбәктә йүнселлектең төп йүнәлештәре һәм үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды.
Икенсе көндә – “Стартаптар көнө” – йәштәр эшҡыуарлығы, инновация асыштарын коммерцияға күсереү, бизнес проект һәм шәхси бренд төҙөү, эш башлаған йүнселдәрҙе яҡлау мәсьәләһе тикшерелде.
“Үҙенсәлекле индустрия көнө” иҡтисадта йылдам үҫешкән сегментҡа бағышланасаҡ. Был тема һөнәрсе-оҫталарға ғына түгел, ә интеллектуаль хеҙмәт, мәҙәниәт, дизайн, реклама, кино, анимация һәм башҡа тармаҡтарҙа мәшғүл эшҡыуарҙарға ла ҡағыла. Ошо уҡ көндә йүнселдәр “Асыҡ ҡабул итеү”ҙә тикшереү-күҙәтеү органдары менән кәңәшләшә ала. Журналистарға “Киләсәк фабрикаһы” матбуғат туры ойоштороласаҡ.
27 майҙа – “Социаль эшҡыуарлыҡ көнө” – уңышлы эшмәкәрҙәр тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Аҙнаның һуңғы көнө – “Бизнесты һәм власты коллаборациялау көнө” – стратегик сессия форматында уҙасаҡ. Эшҡыуарҙар, бизнес-шерифтар һәм власть органдары вәкилдәре уйын формаһында ҡуйылған бурыстарҙы хәл итәсәк.


Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы Инновациялы эшҡыуарлыҡ йортонда (Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14) үтә. Унда килә алмағандар өсөн Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында онлайн-трансляция ойошторолған – https://biznestur.bashkortostan.ru/.
Сараны Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты уҙғара. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын хуплау” милли проектына ярашлы үтә.
Сара программаһы һәм теркәү тәртибе менән ошонда танышырға мөмкин: https://oporarb.timepad.ru/event/1645138/
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас