Милли проекттар
25 Май 2021, 06:51

Улар донъя баҙарында еңел йөҙә

Башҡортостанда экспорт эшмәкәрлегенең абруйын арттырыу һәм республикалағы етештереүселәрҙең донъя баҙарындағы көнәркәшлеген көсәйтеү өсөн “Йыл экспортеры” конкурсы үткәрелә. Ул – республикала “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу программаһының бер өлөшө.

Башҡортостанда экспорт эшмәкәрлегенең абруйын арттырыу һәм республикалағы етештереүселәрҙең донъя баҙарындағы көнәркәшлеген көсәйтеү өсөн “Йыл экспортеры” конкурсы үткәрелә. Ул – республикала “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу программаһының бер өлөшө.


Күптән түгел ошо конкурстың комиссияһы экспортерҙарҙан килгән документтарҙы ҡарап сыҡты, һәм һөҙөмтәлә иң яҡшылар исеменә дәғүәселәр ҙә билдәле булды.
Үткән йыл барышында экспортерҙар ярышында республиканың 28 компанияһы ҡатнашҡан, уларҙың һигеҙе ҙур бизнес вәкилдәре, 20-һе – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары. Комиссия 11 номинация буйынса 11 еңеүсене асыҡланы. Конкурста ҡатнашыусылар бер нисә үлсәм буйынса баһаланды, шул иҫәптән – йыллыҡ экспорт продукцияһы күләме, экспортҡа тауар тейәп оҙатыу һаны, экспорттың географияһы, был төр продукцияның номенклатураһы, шулай уҡ Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкәләрҙә нисә тапҡыр ҡатнашыуы.
Кемдәр улар – Башҡортостандың сит илдәргә лә тауар һата алған һәм донъя баҙарындағы көнәркәшлеккә бирешмәгән коллективтары?
“Сәнәғәт өлкәһендәге йыл экспортеры. Ҙур бизнес” номинацияһында – “Кроношпан Башҡортостан” акционерҙар йәмғиәте;
“Агросәнәғәт өлкәһендәге йыл экспортеры. Ҙур бизнес” номинацияһында – Шишмә май һығыу заводы;
“Хеҙмәтләндереү өлкәһендәге йыл экспортеры. Ҙур бизнес” номинацияһында – “Пакер” фәнни-етештереү предприятиеһы;
“Яңы география. Ҙур бизнес” номинацияһында – “Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәте;
“Йыл һынылышы. Ҙур бизнес” номинацияһында – Шишмә шәкәр заводы;
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында сәнәғәт буйынса йыл экспортеры” номинацияһында – “Быраулау инновациялары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте;
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында агросәнәғәт комплексы буйынса йыл экспортеры” номинацияһында – “Эксперимент” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте;
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында хеҙмәтләндереү өлкәһе буйынса йыл экспортеры” номинацияһында – “Квантор” инженерлыҡ компанияһы” акционерҙар йәмғиәте;
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында йыл һынылышы буйынса йыл экспортеры” номинацияһында – “Рус Купорос компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте;
“Яңы география. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары” номинацияһында – “Өфөхимкомплект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте;

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында юғары технологиялар өлкәһендәге йыл экспортеры” номинацияһында – “АРТ-Оснастка” акционерҙар йәмғиәте.
Башҡортостан экспортерҙары шулай уҡ Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт өлкәһендәге Бөтә Рәсәй конкурсында ла ҡатнаша ала. Ул ике этапта – федераль округтарҙа һәм федераль кимәлдә үткәрелә. Был бәйгелә ҡатнашыу өсөн Рәсәй экспорт үҙәгенең https://www.exportcenter.ru/awards/ сайтына инеп, ғариза бирергә кәрәк.
Читайте нас