Бөгөн республиканың һәр ҡала һәм районында белем усаҡтары заман менән бергә атларға, йәш быуынға төплө белем биреү эшен яңы технологияларға, фән ҡаҙаныштарына таянып алып барырға ынтыла. Бының өсөн ил һәм республика күләмендә бихисап мөмкинлектәр булдырылған, төрлө программалар, проекттар уңышлы эшләп килә, мәғариф учреждениелары конкурстарҙа ҡатнашып, гранттар яулай.
Был йәһәттән Яңауыл ҡалаһы лицейы ла алдынғылар рәтендә. Белем усағы былтырғы уҡыу йылында “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проектына ярашлы Рәсәй Мәғариф министрлығының 2,7 миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булған. Был аҡса мәктәптәр базаһында математика һәм информатика фәндәре буйынса өҫтәмә белем биреүҙе ойоштороу өсөн бүленгән.
“Әлеге ваҡытта лицейыбыҙҙа ошо нигеҙҙә махсус үҙәк булдырылып, төрлө йәштәге балалар уҡыуҙан тыш һанлы технологиялар буйынса белемен камиллаштыра. Гранттың бер өлөшө компьютерҙар, интерактив ҡорамалдар алыуға йүнәлтелде, шулай уҡ һанлы уҡытыу-методик тупланмалары эшләү, стажировкалар үтеү, педагогтарҙың квалификацияһын камиллаштырыу ҙа ҡаралған. Былтырғы уҡыу йылында асылған “Үҫеш үҙәге” лә балаларға робот техникаһы, 3D моделләү буйынса һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеген бирҙе”, – тип эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы лицей директоры Алмаз Миңләхмәт улы Ғәлиев.
Ҡала һәм райондарҙағы белем усаҡтарына ошондай мөмкинлектәргә юл асҡан федераль һәм төбәк программалары ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: vk.com/yanaul_licey