Милли проекттар
27 Май 2021, 07:30

Инфоматтар уңайлыҡтар тыуҙыра

Улар аша табипҡа уңайлы ваҡытҡа яҙылырға була.

Туймазы районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Берҙәм дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, үҙәк район дауаханаһында табипҡа яҙылыуы өсөн һигеҙ инфомат ҡуйылды.
Инфомат – түләү терминалына оҡшаған мәғлүмәт киоскыһы ул. Был ҡулайламаны Туймазы ҡалаһының 1, 2-се поликлиникаларында, бала табыу йортонда, балалар поликлиникаһында, стоматологияла, шулай уҡ Ҡандра, Серафимовка, Собханғол дауаханаларында ҡулланалар. Мәғлүмәт киоскылары бик уңайлы, улар аша табипҡа сиратһыҙ, үҙеңә уңайлы ваҡытта яҙылырға була. Инфоматтың йәнә бер өҫтөнлөгө: пациент талон алып ҡына ҡалмай, табипҡа күренеү өсөн уңайлы ваҡытты, хатта табипты һайлай ала. Электрон яҙылыу сирлеләргә регистратурала сиратта тормайынса белгескә күренеү мөмкинлеген бирә.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/102489
Читайте нас