“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһына сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән ауырыуҙарҙың хәрәкәт итеүсәнлеген тергеҙеү өсөн реабилитация ҡорамалы алынды.
Инвалидтарҙы йәки ваҡытлыса үҙҙәрен хеҙмәтләндереү һәләтен юғалтҡан ауырыуҙарҙы реабилитациялау өс төргә – социаль, профессиональ һәм психологик-педагогик һауыҡтырыу төрҙәренә бүленә. Организмдың юғалтылған функцияларын махсус тренажерҙар ярҙамында тергеҙеү медицина реабилитацияһына ҡарай. Ярҙамдың был төрө инсульт һәм инфаркттарҙан, имгәнеүҙәрҙән, фалиж һуғыуҙарҙан, хәрәкәтләнеү мөмкинлектәре сикләнгәндән һуң күрһәтелә. Өлкәндәр, һаулығы ныҡ ҡаҡшағандар, мускул, һөйәк, йөрәк һәм тын алыу органдары менән яфаланған пациенттар өсөн дә бындай реабилитация ҡорамалдары бик кәрәк.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының проект эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Роза Яхина әйтеүенсә, медицина реабилитацияһында махсус ҡорамалдар файҙаланыу ҙур роль уйнай. Техник ҡорамалдар һәм ҡулайламалар организм функцияларын тергеҙергә һәм яҡшыртырға ярҙам итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.