Милли проекттар
28 Май 2021, 06:30

17 компьютер алдылар

Улар фельдшер-акушерлыҡ пункттарына тапшырыласаҡ. Яңыраҡ уларҙа интернет үткәрелгәйне.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” федераль проектына ярашлы, медицина учреждениеларына компьютер ҡорамалдары килтерелә. Автоматлаштырылған эш урындары хеҙмәткәрҙәргә Берҙәм мәғлүмәт системаһында эшләүҙе еңелләштерә.
Благовар районына ла 17 компьютер килтерелде. Улар фельдшер-акушерлыҡ пункттарына тапшырыласаҡ. Яңыраҡ уларҙа интернет үткәрелгәйне.
Әйткәндәй, 2018 йылдың октябрендә республика етәксеһе Радий Хәбиров был районда булып, ФАП-тарҙың эшмәкәрлеге, матди-техник базаһы менән танышҡайны. Район етәксеһе Юрий Коземаслов ремонт эшләргә һәм интернет үткәреп, эште компьютерлаштырырға вәғәҙә биргәйне.
Был һанлаштырыу проекты һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртып һәм замансалаштырып, граждандарға электрон хеҙмәттәрҙән файҙаланыу өсөн шарттар тыуҙыра. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса 2024 йылға илде үҫтереүҙең төп маҡсаттарына өлгәшеү өсөн тармаҡтарҙа һанлы технологиялар индереүҙе тиҙләтеү бурысы ла ҡуйылған.
Фото blagovar-vesti.rbsmi.ru
Читайте нас