Милли проекттар
28 Май 2021, 07:05

Билмән етештереүгә – 590 миллион һум

Бында ит, картуф, эремсек билмәндәре әҙерләйәсәктәр. 330 кешегә эш урыны булдырыла.

Башҡортостанда “Добрынинъ” компаниялар төркөмө Дәүләкән районында иттән ярымфабрикаттар етештереү өсөн комплекс төҙөүгә 590 миллион һум аҡса йәлеп итергә йыйына. Был проект төбәк Хөкүмәтендәге “Инвестиция сәғәте”ндә хуплау тапты.
“Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинаты”, ҡалала ике завод, логистик үҙәк һәм эшселәр өсөн ятаҡхана төҙөп, етештереүҙе киңәйтергә уйлай. Инвесторҙың вәкиле Ғариф Сурағолов әйтеүенсә, компания әлеге производствоны ла яңыртырға һәм биләмәне төҙөкләндерергә планлаштыра.
Радий Хәбиров республикала эшкәртеү предприятиеларына булышлыҡ итеү программаһы буйынса ошондай ярҙам сараларының киңәйтелеүен әйтте. Программа буйынса компания сығымдарының бер өлөшөн ҡаплай аласаҡ.
Бында ит, картуф, эремсек билмәндәре әҙерләйәсәктәр. 330 кешегә эш урыны булдырыла. Ә был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстарына һәм маҡсаттарына яуап бирә.
Фото: ТМ “Добрынинъ” сайтынан.
Читайте нас