Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Май 2021, 10:30

Суйынсы халҡын ҡыуандырмаҡсылар

Ауылда йәшәгәндәргә ярҙам итеүҙең тағы бер этабы – Суйынсы юлдарына асфальт түшәү. Ғаяз Баязит улы һүҙҙәренсә...

Тиҙҙән Дәүләкән районының Суйынсы ауылы эшҡыуары урындағы халыҡты төҙөкләндерелгән урамдар менән ҡыуандырасаҡ.
Ғ.Б . Ғабдрахмановтың крәҫтиән (фермер) хужалығы – Дәүләкән районындағы иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеларының береһе. Ул үҫемлекселек һәм малсылыҡ буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Етәксе иһә маҡсатҡа өлгәшеүсәнлек, тәжрибәгә таянып, алдынғы ысулдарҙы, технологияларҙы ҡулланыу кеүек сифаттарға эйә. Быларҙың барыһы ла хужалыҡҡа уңыш килтерә. Шуныһы мөһим: урында йәшәүселәр өсөн эш урындарын һаҡлау, уларҙың тормошо һәм хеҙмәте өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу – иғтибар үҙәгендә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған “Аграр сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Крәҫтиән (фермер) хужалығы төрлө конкурстарҙа, программаларҙа даими ҡатнаша. Өҫтәүенә урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә ауыл үҫешенә тос өлөш индерә. Коллективта хеҙмәт алдынғыларын лайыҡлы баһалау матур йолаға әүерелгән: эш һөҙөмтәләре буйынса аҡсалата бүләк кенә түгел, республиканың, башҡа төбәктәрҙең шифахаларына юллама бүләк итәләр, башҡорт сәхнә оҫталары ҡатнашлығында концерттар ойошторола.
Ауылда йәшәгәндәргә ярҙам итеүҙең тағы бер этабы – Суйынсы юлдарына асфальт түшәү. Ғаяз Баязит улы һүҙҙәренә ҡарағанда, ул бындай проектты күптән планлаштырған. Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән тыуған яҡта йәшәгәндәргә ярҙам итеү сараһы булараҡ “Атайсал” барлыҡҡа килгәс, был идеяны тормошҡа ашырырға тотонған да инде. Дәүләкән юл-ремонтлау идаралығы Туҡай һәм Шоссе урамдарын ремонтлау эшен башлаған. Бының өсөн биш миллион тирәһе аҡса сарыф ителәсәк.
Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.
Читайте нас: