Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы баш ҡалалағы 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы өсөн 100 мең дана бер тапҡыр ҡулланыла торған һаҡланыу комбинезондары һатып аласаҡ.
Бындай төр тауар менән сауҙа итеүсене электрон аукцион ярҙамында һайлаясаҡтар. Тәүге максималь хаҡ – 68 миллион һум. Заказсы - Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Матди-техник тәьминәт бүлеге. Аукцион 9 июндә үтәсәк.
Бер тапҡыр ҡулланыла торған һаҡланыу сараһы комбинезондан һәм бахиланан тора. Улар мотлаҡ һауа үткәреүсе өс ҡатлы туҡыманан тегелергә, төрлө бактерияларҙы ( шул иҫәптән COVID-19 вирусын), шыйыҡсаларҙы үткәрмәҫкә, герметик йөйлө булырға тейеш. Унан тыш, комбинезондарҙың йөҙҙө, ҡулдарҙы, билде ҡаплаған урындарында һығылмалы таҫма ҡуйылыуы, һаҡланыу планкаһы булыуы зарур.
Контракт ҡул ҡуйған көндән көсөнә инә һәм ағымдағы йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була. Госпиталгә иһә тауар килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң 30 көндән килтерелергә тейеш.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.