31 майҙа Башҡортостан дәүләт аграр университетында “Фермер гранты” конкурсы еңеүселәренә сертификаттар тапшырылды.
Был конкурс “Үҙеңдеке” аграр аҙыҡ-түлек фонды тарафынан “Фермер мәктәбе”н тамамлаусылар өсөн булдырылған. “Россельхозбанк” һәм Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан раҫланған мәғариф программаһы буйынса раҫланған уҡыу һәр төбәктәге иң яҡшы бизнес-пландың өс авторы үҙ эшенең үҫеше өсөн аҡсалата премия алды.
Еңеүселәр исемдәре Мәскәүҙә “Үҙеңдеке” аграр аҙыҡ-түлектәр фонды президенты Андрей Даниленко тарафынан Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Оксана Лут, “Россельхозбанк” идараһы рәйесе Борис Листов, Рәсәй Совет Федерацияһы Аграр аҙыҡ-түлек сәйәсәте һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе Алексей Майоров ҡатнашлығында әйтелде.
“Фермер мәктәбе” һәм 15 төбәктән, шул иҫәптән Башҡортостандан жюри ағзалары тантанаға видеобәйләнеш ярҙамында онлайн рәүештә ҡушылды. Ә еңеүселәр сертификатты республикала уҡыу барышында уҡыу процесын ойоштороусылар – Башҡортостандың ауыл хужалығы Рәмил Нуриәхмәтов, “Россельхозбанк”тың Башҡортостан филиалы директоры Алексей Самсонов һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов ҡулынан алды.
“Башҡортостанда “Үҙеңдеке” фонды фермер гранттарына “Фермер мәктәбе”нең икенсе ағымы уҡыусылары дәғүә иткәйне. Еңеүселәр һәм 345 мең һумлыҡ сертификатҡа “Умартасылыҡ” белгеслеге буйынса уҡыған Эльдар Хәбибуллин менән Алмас Сәлимгәрәев алды. Тағы бер грант ҡошсолоҡ үрсетеү менән шөғөлләнгән Исхаҡовтарҙың ғаиләһенә тапшырылды.
Был гранттарҙың тапшырылыуы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан барлыҡҡа килгән “Аграр сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.