Өфөләге Кузнецов Затонында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был балалар баҡсаһы төҙөлөшө былтыр көҙ башланғайны. Объект Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә сафҡа индереләсәк. Уның хаҡы 230 миллион һум тип иҫәпләнә. Дәүләт заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсы – “Башгражданстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Әлеге ваҡытта төҙөүселәр ялһыҙ тиерлек эшләй. Уларҙың маҡсаты – объектты 2021 йыл аҙағына тиклем тапшырыу.
– Бина әҙер тиерлек. Әле уның эсендә эштәр бара, ҡыйыҡ эшләнә, инженер селтәрҙәре үткәрелә.Яҡын арала тәҙрәләр ҡуйыласаҡ, биләмә төҙөкләндереләсәк, - тип белдергән “Башгражданстрой” йәмғиәтенең генераль директоры Ришат Бикбулатов.
Генераль подрядсы ойошма вәкиленең белдереүенсә, объектты төҙөгәндә, нигеҙҙә, урындағы етештереүселәр төҙөлөш материалдары файҙаланыла.
Өс ҡатлы балалар баҡсаһы баш ҡалалағы академик Ғатауллин һәм Булат Имашев урамдары менән сикләнгән кварталда урынлашасаҡ. Объекттың майҙаны биш мең квадрат метрҙан ашасаҡ. Ә уның сафҡа инеүе иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.