“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы Көйөргәҙе районында ла уңышлы үтәлә – “Ермолаевка дендропаркы тәбиғәт һәм архитектура ҡомартҡыһы” тип аталған йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә.
Район хакимиәтенең Архитектура, төҙөлөш һәм тормош тәьминәте мәсьәләләре бүлегенең баш белгесе Руслан Вәлитов менән халыҡ телендә “Шотт паркы” тип аталған ағаслыҡты ҡарап йөрөйбөҙ. Иҫ киткес матур тәбиғәт күренеше. Заманында Шотт тигән алпауыт ултыртҡан был ҡарағайҙарға 100-150 йыл бар, тиҙәр. Урталағы аллея парк төпкөлөндәге быуаға барып тоташа. Үҙәк урында – Граждандар һуғышы ҡаһармандарына һәйкәл. Һыу ятҡылығының аръяғында әлеге алпауыт төҙөткән кирбес заводы бинаһы. Руслан Марат улы әйтеүенсә, паркты төҙөкләндереү буйынса быйылғы дөйөм финанслау 9 миллион 96 мең һум тәшкил итә, эште Эдуард Маннанов етәкселегендәге “Регион М” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара.
– Был парк – беҙҙең дендрарий, ул – һаҡлана торған зона, ял итергә килеүселәрҙең артҡандан-арта барыуы сәбәпле, беҙ бында төҙөкләндереү, матурыраҡ һәм уңайлыраҡ итеү эштәрен башланыҡ, – ти Ермолаевка ауылының Мәҙәниәт һәм ял паркы мөдире Евгений Савин. – Ермолаевка халҡы был йәһәттән бәхетле, тип уйлайым – ҡасаба уртаһында ял итеү өсөн бына тигән биләмәбеҙ бар. Пандемия осорона хәтле йәйен дә, ҡышын да күп саралар үткәрелә ине паркта, яҡын киләсәктә улар тағы ла йәнлерәк дауам итер, тип ышанабыҙ.
Шотт паркындағы эш күләме ҙур ғына, шуға күрә уны төҙөкләндереү бер нисә этапта үткәрелә. Был, тәбиғи, финанслауға бәйле. Ағымдағы йылға подряд ойошмалары менән муниципаль килешеүҙәр бүленгән аҡсаға ярашлы төҙөлгән. Был килешеүҙәргә ярашлы, парктағы үҙәк юлға асфальт түшәлә, бордюрҙар ҡуйыла, йәйәүлеләр һәм велосипедтар өсөн һуҡмаҡтар эшләнә, үҙәк ҡапҡа һәм ҡойманың бер өлөшө алмаштырыла, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр һәм сүп йәшниктәре урынлаштырыла. Әйткәндәй, заман талаптарына ярашлы, паркта тәүге тапҡыр видеокүҙәтеү ҙә ҡуйыласаҡ.
Эш барышында, ғәҙәттә, яңы йүнәлештәр һәм маҡсаттар ҙа барлыҡҡа килеүсән. Бында ла быуаның яр буйын матурайтыу зарурлығы килеп тыуған, сөнки паркта бөтә һуҡмаҡтар ҙа тиерлек быуаға илтә һәм бер юлы уның яр буйының ошонда килгән халыҡ өсөн уңайлы, күркәм булмауы ла шунда уҡ күҙгә ташлана. Киләсәктә Көйөргәҙе районында ошо ярҙы төҙөкләндереү проектын эшләргә йыйыналар.