Башҡортостанда “Петон” технологик инжиниринг холдингы составына ингән һәм нефть, газ комплексы объекттары өсөн төҙөлөш-монтаж эштәре комплексын башҡарған “Петон Констракшн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыуҙы тамамланы. Һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индереү, продукция сығарыуҙы арттырыу предприятиела хеҙмәткә түләү күләмен арттырыуға булышлыҡ итте.
– Республика предприятиелары “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә тәжрибә туплай, хеҙмәткәрҙәренең һәм етештереү һөҙөмтәлелеген арттырыуға өлгәшә, – тине иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Милли проект сараларын тормошҡа ашырыу өсөн пилот проекты сифатында металл конструкцияларға уттан һаҡлай торған ҡатлам һалдылар, һөҙөмтәлә сығымдың 30 проценты экономияланды. Ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн производствоның хәленә әүҙем диагностика үткәрелде. Ул проблемаларҙы асыҡларға, уларҙы яйға һалырға мөмкинлек бирҙе.
– Һөҙөмтәлә бер хеҙмәткәрҙең хеҙмәт етештереүсәнлеге 33 процентҡа артты, эшкә сарыфланған ваҡыт 22 процентҡа, ә етешһеҙлектәр күләме 62,5 процентҡа кәмене, – тине Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Руслан Нуртдинов.
Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/372211/