Милли проекттар
4 Июнь 2021, 04:30

Оло Баҙраҡ китапханаһы – иң-иңдәр иҫәбендә

Башҡортостандағы 22 муниципаль китапхана иң яҡшылары тип танылды.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижад кешеләре” төбәк проектына ярашлы ойошторолған “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларына дәүләт ярҙамы” сараһы буйынса үткәрелгән конкурс йомғаҡтары буйынса Башҡортостандағы 22 муниципаль китапхана иң яҡшылары тип танылды. Уларға матди-техник базаһын нығытыуға 114 мең һум күләмендә дәртләндереү аҡсаһы тапшырылды.
Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Оло Баҙраҡ ауыл модель китапханаһы ошо конкурста еңеүселәр иҫәбенә инде. “Беҙҙең китапхананың иң-иңдәр рәтендә булыуына бик шатбыҙ. Алынған аҡсаға учреждение өсөн өр-яңы ҡорамалдар, китапхана фондын тулыландырыу өсөн 131 дана китап һатып алынды. Барығыҙҙы ла китапханала көтәбеҙ!” – тине Борай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Миләүшә Йәнгирова.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/106765
Читайте нас