19 июндә Өфөлә “ХХХII Бөтә Рәсәй олимпия көнө” тигән күләмле спорт фестивале үткәрелә. Байрам Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге майҙанында (Өфө ҡалаһы, Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 47) иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Башҡортостанда бындай саралар йыш уҙғарыла. Фестиваль майҙансығына халыҡ йылдан-йыл күберәк йыйыла. Программала исемдәре бөтә донъяға билдәле спорт йондоҙҙары ҡатнаша. “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” Эльбрус Ниғмәтуллин сағыу тамаша ойоштормаҡсы. Шулай уҡ Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзалары грэпплинг, бокс, грек-рим көрәше буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Теләгәндәр спортсылар менән аралашып, спорт төрҙәре, Башҡортостандағы күп һанлы спорт комплекстары һәм ойошмалары тураһында мәғлүмәт алыу, баскетбол, еңел атлетика, теннис, арҡан тартышыу, гер спорты, каратэ, шашка, армреслинг буйынса яраштарҙа ҡатнашыу, ГТО нормаларын тапшырыу мөмкинлегенә эйә.