Бүздәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, заманса рентген диагностика комплексы алынды.
Был ҡорамал ярҙамында пациенттарға рентгенография, томография, рентгеноскопия диагностикаһы үткәреләсәк. Элеккеһе менән сағыштырғанда, яңы аппараттың нурланыш дозаһы аҙыраҡ.
Дауахананың баш табибы Айрат Хажиев әйтеүенсә, комплекстың функциялары яңыртылған, һанлы технология тикшереү һөҙөмтәһен тиҙ алырға ярҙам итә, монитор экранындағы һүрәттәр сифаты ла яҡшы. Һис һүҙһеҙ, был дауалау сифатын яҡшыртыуға, мәғлүмәтлелекте арттырыуға булышасаҡ.
Автоматлаштырылған өҫтәл-штатив табиптар һәм пациенттар өсөн бик уңайлы, хәүефһеҙ. Рентгенография, рентгеноскопия өсөн һанлы детекторҙы файҙаланыу ҡыҙыл үңәс, ашҡаҙан, бөйән эсәк сирҙәрен тикшереүгә ҙур мөмкинлектәр аса. Быйыл федераль бюджет иҫәбенә республика дауаханалары нур диагностикаһы өсөн 370 миллион һумлыҡ 44 ҡорамал алды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа, социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.