Милли проекттар
7 Июнь 2021, 10:00

ФАП-ҡа табип исеме бирелде

Объектты асыу тантанаһына уның балалары һәм ейәндәре килде.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районының Папановка ауылында СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Иван Дмитриевич Васильев иҫтәлегенә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был – районда табип исеме бирелгән тәүге ФАП. Объектты асыу тантанаһына уның балалары һәм ейәндәре килде.
Мәғлүм булыуынса, ФАП Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән. Медицина пункты пациенттарҙы ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер – бинаның эске эштәре тамамланған, ҡорамалдар килтерелгән, интернет, һыу, электр уты үткәрелгән.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты дүрт ауыл - Папановка, Бәйки, Яңы Сикәй, Соколовка халҡын хеҙмәтләндерә. Быйыл Шаран районының Тархан, Урсай, Писарев, Иҫке Томбағош, Анисимова Поляна һәм Яңы Таулар ауылдарында модулле ФАП-тар асыу күҙаллана.
Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/372872/
Читайте нас