Милли проекттар
7 Июнь 2021, 06:00

Төп иғтибар – ауыл хужалығына

Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ауыл хужалығы өлкәһенә ҡағылған ете инвестиция проекты ҡаралды.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ауыл хужалығы өлкәһенә ҡағылған ете инвестиция проекты ҡаралды.
Беренсе проект - һөт йүнәлешендә һыйыр малы, икенсеһе - йылҡы, өсөнсөһө һарыҡ үрсетеүгә ҡағылды. Шулай уҡ умартасылыҡ, йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнергә теләгән эшҡыуарҙарҙың проекттары ла ҡаралды. Кәңәшмәлә үҙенсәлекле эш башланғысы – дөйәғош үрсетергә күҙаллаған фермер ҙа ҡатнашты.
Бөтә проекттарҙың инициаторҙары ла БР Ауыл хужалығы министрлығының «Агростартап» программаһында ҡатнашырға ниәт итә. Уларҙың төп маҡсаты – етештереү күләмен үҫтереү, мал иҫәбен арттырыу, яңы техника һатып алыу. Проекттар уңышлы ғәмәлгә ингән осраҡта, яңы эш урындары ла булдырыласаҡ.
Белорет районының мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре тарафынан инвесторҙарға бизнес-пландар төҙөү буйынса ярҙам күрһәтелгән. БР Ауыл хужалығы министрлығына тапшырыу өсөн документтар әҙерләнгән.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта яуаплы ведомстволарға проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Фото: Белорет районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас