+24 °С
Ямғыр


260 балаға иҫәпләнеп, ике ҡатлы итеп төҙөлгән “Умка” исемле балалар баҡсаһы баш ҡаланың Дим биҫтәһендә былтырғы йылдың майында уҡ тапшырылғайны. Әммә техник ҡабул итеүҙән һуң төҙөлөш-монтаж эштәрендә етешһеҙлектәр асыҡланды һәм уларҙы бөтөрөү өсөн өҫтәмә ваҡыт бирелде.