Милли проекттар
8 Июнь 2021, 15:45

Туймазы йүнселдәре – “Фермер мәктәбе” еңеүсеһе

Иң-иңдәр, “Фермер гранты” конкурсында еңеү яулап, аҡсалата сертификат та алды.

Мәғлүм булыуынса, республикабыҙҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә йүнселдәргә ярҙам йәһәтенән байтаҡ саралар тормошҡа ашырыла.
Күптән түгел Башҡортостан дәүләт аграр университетында “Фермер мәктәбе”нең икенсе этабын тамамлағандарға дипломдар тапшырылды. Бынан тыш, иң-иңдәр, “Фермер гранты” конкурсында еңеү яулап, аҡсалата сертификат та алды. Әйткәндәй, бындай бүләк быйыл тәүгә тапшырылды. Жюри командаһы, Төбәк комиссияһы һәм конкурс советы конкурсанттарҙың квалификация эштәрен бер нисә критерий буйынса баһаланы.
Туймазы районынан Гөлнур Исхаҡова конкурсҡа үҙ проектын тәҡдим итте. Туймазы районы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, ул хәләл ефете менән бергә ҡош-ҡорт үрсетеү, уның итен эшкәртеү менән шөғөлләнә. Ҡошсолоҡ Исхаҡовтарҙың ғаилә бизнесына әүерелгән.
"Ҡош-ҡорт үҫтереү буйынса белемемде камиллаштырығым килде. Өҫтәүенә, ҡош-ҡортто ашатыуға бәйле һорауҙар ҙа күп ине. Шуға ла “Фермер мәктәбе” проекты тураһында ишеткәс , мотлаҡ ҡатнашырға булдым. Уҡыу барышында бөтә һорауҙарға ла яуап алдым. Экскурсияға йөрөгән хужалыҡтар етәкселәренә шылтыратып, әле лә кәңәшләшеү мөмкинлегенә эйәбеҙ", – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлнур Исхаҡова.
Әйткәндәй, конкурста еңгән өсөн тапшырылған аҡсаға ғаилә итте һаҡлау өсөн һыуытҡыс ҡорамалы һатып алырға ниәтләй.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/108426
Читайте нас