“Благовещен” йылдам үҫеш социаль-иҡтисади биләмәһендә төҙөлөш тармағы өсөн декоратив металл конструкциялары етештереләсәк.
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова “Благовещен” йылдам үҫеш социаль-иҡтисади биләмәһендә булды. Эш сәфәре сиктәрендә ул йылдам үҫеш социлаь-иҡтисади биләмәһе резиденты – “АРКСТАЛ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төҙөлөш тармағы өсөн металл конструкциялар етештереү майҙансығын асыуҙа ҡатнашты.
– Ағымдағы йылдың мартында “АРКСТАЛ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Благовещен” йылдам үҫеш социаль-иҡтисади биләмәһе резиденты статусын алды. Бөгөн иһә яңы заманса завод рәсми асылды. Унда декоратив конструкциялар – түбә панелдәре, фасад системалары, декоратив элементтар эшләп сығарыласаҡ. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға 43 миллион һум тирәһе аҡса йүнәлтеләсәк, яңы 15 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы тарафынан проектты тормошҡа ашырыуҙа һәр йәһәттән ярҙам күрһәтеләсәк, - тине Екатерина Кликунова.
Инвестиция проектын 2021 – 2025 йылдарҙа тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты бурыстарын да тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.