Нуриман районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, күптән түгел райондың Ҡыҙылъяр, Павловка мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар үҙәктәре асылды.
Һөҙөмтәлә 1380 уҡыусы яҡшы йыһазландырылған класс бүлмәләрендә “Технология” һәм башҡа фәндәрҙе ентекле өйрәнеү мөмкинлегенә эйә.
Әле төп һәм өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн мәктәптәрҙең матди-техник базаһы яңыртылды. Технология, информатика, йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусылары белемен камиллаштырыу курстарына йәлеп ителде. Мәғлүм булыуынса, быйыл Ҡыҙыл Шишмә, Яңы Күл һәм Иҫке Күл ауылдарында ла ошондай үҙәктәр асыу күҙаллана.
– “Үҫеш нөктәләрен” ойоштороу өсөн физика, химия, биология кабинеттарына 4,5 миллион һумдан ашыуға уҡыу ҡорамалдары һатып алыуҙы планлаштырабыҙ. Нуриман районының мәғариф ойошмаларында остазлыҡ методологияһын ғәмәлгә индереү йәһәтенән дә эш алып барыла, – тине район хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Гөлнара Мырҙаҡаева.
Фото: nuriman.bashkortostan.ru/presscenter/news/373538/