8-10 июндә Түбәнге Новгород ҡалаһында “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй конкурсының финалы үтә. Еңеү өсөн илдең төрлө төбәктәренән 200 финалсы көс һынашасаҡ. Башҡортостандан был мәртәбәле бәйгелә ете кеше ҡатнаша.
“Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй конкурсы ил күләмендә туризмды һәм ҡунаҡ ҡабул итеү тармағын үҫтереүселәр өсөн үткәрелә. Был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Һәр кем социаль лифт” федераль проектына ярашлы үткәрелә.
2021 йылда конкурсҡа 30 меңгә яҡын ғариза килгән, улар араһынан 200 генә кеше, үҙ проекттарын уңышлы яҡлап, финалға һайлап алынды.
Конкурстың финалында беҙҙең республиканың намыҫын Өфөнән Венера Бикҡузина, Артур Биктимеров, Әлфиә Ғәлиуллина, Анна Кирайдт, Ләйсән Сөләймәнова, Октябрьский ҡалаһынан Әлиә Солтан һәм Стәрлетамаҡтан Екатерина Кириллова яҡлаясаҡ.
Финалистар үҙ проекттарын тәҡдим итеүҙән тыш, Түбәнге Новгород менән бәйле төбәк кейсын үтәйәсәк, шулай уҡ конкурстың остаздары ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡ.
Еңеүселәр үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн грантҡа эйә буласаҡ, уларға ярышты ойоштороусыларҙан эксперт ярҙамы ла күрһәтеләсәк.