Милли проекттар
10 Июнь 2021, 11:30

Башҡортостандан да ҡатнашалар

Илдә төбәк аҙыҡ-түлектәре брендтарын алға этәреү буйынса мәғариф программаһы старт алды.

Илдә төбәк аҙыҡ-түлектәре брендтарын алға этәреү буйынса мәғариф программаһы старт алды.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы, Россельхозбанк һәм Рәсәй аграр ситтән тороп уҡыу университеты төбәк аҙыҡ-түлектәрен алға этәреү буйынса программаға старт бирҙе. Ул эшҡыуарҙарҙа ошондай продукция өлкәһендәге бизнес проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыу буйынса компетенциялар үҫешенә йүнәлтелгән. 8 июндә Россельхозбанктың “Фермер мәктәбе” платформаһында башланған уҡыуҙы беренсе “Рәсәй тәмдәре” милли конкурсында ҡатнашыусылар үтәсәк.
Был программа брендинг, маркетинг, офлайн һәм онлайн сауҙа ойоштороу, аграр туризм өлкәһендәге хеҙмәттәрҙе үҫтереү кеүек белем алыу мөмкинлеген бирә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Әйткәндәй, Башҡортостан вәкилдәре лә проектта әүҙем ҡатнаша. Республиканан 26 вәкил был платформала уҡыу теләген белдергән. Улар, нигеҙҙә, былтыр ҡатнашҡан, ҙур булмаған аграр компаниялар вәкилдәре. Курсты тамамлағандар Рәсәй аграр ситтән тороп уҡыу университеты дипломын аласаҡ.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.
Читайте нас