Милли проекттар
10 Июня 2021, 12:30

Мораҡ матурлана

Күгәрсен районы үҙәге Мораҡ ауылында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү эше әүҙем бара.

Күгәрсен районы үҙәге булған Мораҡ ауылында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү эше әүҙем бара. Был башланғыс ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Әлеге мәлдә район үҙәгенең Ленин урамында эштәр гөрләй: бында яңы бордюрҙар ҡуйыла, тротуар өсөн нигеҙ әҙерләнгән. Күгәрсен районы хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, 1 сентябргә тиклем ауылдағы тағы бер йәмәғәт биләмәһе өр-яңы төҫ аласаҡ.
“Хөрмәтле райондаштар! Йәмәғәт биләмәһен яңыртыу һәм йәмләндереү эшенә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашырға кәрәк”, - тип мөрәжәғәт итте район етәкселеге.
Белеүегеҙсә, был программа буйынса тауыш биреү 30 майға тиклем дауам итте. “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы Күгәрсен районының Мораҡ һәм Йомағужа ауылдарында ял парктары төҙөлдө, Һаҡлыҡ банкы эргәһендәге биләмә рәтләнде, Зәйнәб Биишева исемендәге ял паркы биләмәһе киңәйтелде, Дан аллеяһы төҙөкләндерелде.
Фото: Күгәрсен районы хакимиәте.
Читайте нас