18 – 25 июндә Башҡортостанда һыу объекттарының ярын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһы нигеҙендә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Туймазы территориаль идаралығы “Ыҡтың таҙа ярҙары” тигән акцияһын ойоштора. Өмә барышында тәбиғәт биләмәһендәге сүп-сарҙы йыйып, ситкә сығарыу күҙаллана.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырылған “Рәсәй һыуы” акцияһында әүҙем ҡатнаша. Акция саралары йыл һайын апрелдән октябргә тиклем бөтә республикала үткәрелә. Улар “Йәшел Башҡортостан” экологик ағартыу проектының планына индерелгән.
Былтыр республикала һыу ятҡылыҡтарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса 600-гә яҡын өмә уҙғарылған, 2500 километрлыҡ яр буйы таҙартылған. Акцияла 40-меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/373723/