Милли проекттар
11 Июнь 2021, 05:00

“Микротом” - табиптарҙың “уң ҡулы”

Аппарат микроскоп аҫтында тикшереү өсөн яраҡлы булған киҫемдәр һәм биологик туҡымаларҙы әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән.

“Һаулыҡ һаҡлау “ милли проектына ярашлы, Салауат ҡалаһы дауаханаһына яңы “Микротом” ҡорамалы алынды. Ул пациенттарҙы дауалауҙа табиптарҙың “уң ҡулы” буласаҡ.
- Аппарат микроскоп аҫтында тикшереү өсөн яраҡлы булған киҫемдәр һәм биологик туҡымаларҙы әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән.Операция ваҡытында йәки диагностика сифатында махсус ҡоралдар ярҙамында алынған материалды тикшереү өсөн ул гистология лабораторияһында ҡулланыла,- тип аңлатты яңы ҡорамалдың файҙаланыу перспективаһын дауахана етәксеһе Илшат Яппаров.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм арауыҡта мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Читайте нас