Милли проекттар
12 Июнь 2021, 17:30

8 март һәм Комсомол урамдары өлөшләтә асылды

Урамдарҙы реконструкциялау барышында юл хеҙмәткәрҙәре күп тапҡырҙар ер аҫты коммуникацияларын үҙгәртеү эштәре буйынса ҡатмарлылыҡтарға тап булған.

Рәсәй Президенты В.В. Путин 2018 йылдың майында ҡул ҡуйған указға ярашлы тормошҡа ашырыла башлаған милли проекттар араһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” тигәне лә бар.
Дәүләт башлығы юл хеҙмәттәре алдына ҡуйған төп бурыстарҙың береһе – заманса, уңайлы һәм ныҡлы транспорт инфраструктураһы булдырыу. Ошо стратегик маҡсатҡа ирешеүҙең төп ҡоралы булып алда аталған милли проект тора ла инде. Уны бойомға ашырыу буйынса эштәр 2019 йылда башланып, федераль һәм төбәк юл хужалығы ведомстволарының уртаҡ эше булып тора. Башҡа проекттарҙыҡы кеүек үк, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проектының да төп маҡсаты – халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу.
Башҡортостанда, айырып алғанда, уның баш ҡалаһында ла милли проектҡа ярашлы эштәр әүҙем башҡарыла. Әйтәйек, Өфөнөң үҙәк өлөшөндәге 8 март һәм Комсомол урамдары проектҡа индерелде һәм 2019 йылда уларҙы төҙөкләндереү буйынса күләмле эштәр башланды. Ә бөгөн, Ҡала көнө байрамы уңайынан, был урамдарҙың ҡайһы бер участкаларында автотранспорт йөрөй ҙә башланы. Бөгөндән алып 8 март урамы буйлап Минһажев урамынан Әй урамына тиклем, Комсомол урамы буйлап Һ.Дәүләтшина бульварынан Галле округына ҡәҙәр йөрөргә була. Бынан бер көн алда подрядсылар урамдар киҫелешендә светофорҙар ҡуйыуҙы, горизонталь юл билдәләрен һалыуҙы тамамланы. Әлеге мәлдә техник һыҙаттар, йәйәүлеләр зонаһы һәм газондарҙы рәтләү эштәре дауам итә.
Урамдарҙы реконструкциялау барышында юл хеҙмәткәрҙәре күп тапҡырҙар ер аҫты коммуникацияларын үҙгәртеү эштәре буйынса ҡатмарлылыҡтарға тап булған. Әлеге ваҡытҡа коммуникациялар үткәреү эштәренең күп өлөшө тамам, ҡайһы бер урындарҙа иһә дауам итә. Ике урамда йәмғеһе 50 саҡырымлыҡ селтәр яңынан ҡороласаҡ, тип билдәләй юлсылар.
Өфө ҡала хакимиәте сайты: ufacity.info мәғлүмәтенә таянып эшләнде.
Фото: ошо уҡ сайттан.
Читайте нас