Башҡортостанда “Ойлтиммаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һаҡсыл етештереү буйынса беренсе инструкторға сертификат бирелде. Был эш дәүләт Президенты В.В.Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы барлыҡҡа килгән милли проекттарҙың береһе – “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” буйынса атҡарылды. Ул 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттырырға шарттар тыуҙырырға тейеш. “Ойлтиммаш” иһә эске инструкторҙарҙы әҙерләүҙә ҡатнашҡан тәүге ойошма булды.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге”милли проекты сараларын тормошҡа ашырыр өсөн республика милли проектта ҡатнашҡан предприятиеларҙа һаҡсыл етештереү инструкторҙары әҙерләүҙең пилот программаһына ҡушылды. Уның бурысы – белемде арттырыу һәм хеҙмәткәрҙәрҙе эске инструкторҙар ярҙамында һаҡсыл етештереү юлдарына өйрәтеү аша предприятиела бойомға ашырылған проекттарҙың сифатын күтәреү”, – тип асыҡланы БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Сертификат алыр өсөн инструкторҙың тренер була алыу һәләте баһалана, һаҡсыллыҡ кимәлен тикшереү буйынса әңгәмә үткәрелә. Кандидат Компетенциялар буйынса федераль үҙәк платформаһында тренингтар үткәреүгә өйрәнгән. Уҡыу һөҙөмтәләре буйынса һаҡсыл етештереү инструкторы үҙаллы рәүештә предприятиелағы хеҙмәттәштәренә тренингтар үткәрергә тейеш.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru