Милли проекттар
13 Июнь 2021, 11:00

Дәүләт ярҙамы йоғонтоломо?

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысын яҡлау" милли проекты сиктәрендә күрһәтелгән дәүләт ярҙамына аудит үткәрә.

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысын яҡлау" милли проекты сиктәрендә күрһәтелгән дәүләт ярҙамының йоғонтолоғона аудит үткәрә.
Был сара Рәсәй Контроль-иҫәп палатаһы башланғысы менән ойошторолдо. Тикшереү буласаҡ ойошмалар иҫәбендә – республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министрлығы, Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды, “Башҡортостан микрокредит компанияһы” йәмғиәте һәм башҡалар. Аудит июнь-июль айҙарына тәғәйенләнгән.
Фото: bashinform.ru.
Читайте нас