Милли проекттар
13 Июнь 2021, 04:00

Парк тиҙҙән асыласаҡ

10 июндән дежурлыҡ та ойошторолған, сөнки конструкциялар нығытылып бөтмәгән, уларҙан әлегә файҙаланырға ярамай.

Бүздәк районының Бүздәк ауылындағы ял һәм спорт паркында (элекке "Төньяҡ" стадионы) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы буйынса төҙөкләндереү эшенең икенсе этабы бара.
Йәғни йүгереү һәм йәйәүлеләр юлдары, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтары, балалар уйын комплексын сафҡа индереү ғәмәлдәрен башҡаралар. Бынан тыш, бында "Спорт – йәшәү нормаһы" төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған ГТО комплексын булдырыу өсөн тренажерҙар монтажлау ҙа башланған.
Балалар өсөн һәм спорт ҡорамалдары урынлаштырып бөткәнсе, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында, 10 июндән дежурлыҡ та ойошторолған. Сөнки конструкциялар нығытылып бөтмәгән, уларҙан әлегә файҙаланырға ярамай.
Артабанғы этап – йүгереү һәм йәйәүлеләр юлдарына – асфальт, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтарына резина япма түшәү, ҡапҡа, эскәмйәләр һәм сүп-сар йәшниктәре урынлаштырыу, яҡтылыҡ үткәреү.
Фото: vk.com/glavabuzdazatarslanov
Читайте нас