Милли проекттар
13 Июнь 2021, 08:30

Тәгәрмәсле мәҙәниәт йорто килде

Ҡырмыҫҡалы районына тәүге күсмә автоклуб - хаҡы дүрт миллион һумдан ашыу булған тәгәрмәсле мәҙәниәт йорто килде.

Ҡырмыҫҡалы районына тәүге күсмә автоклуб килде. Хаҡы дүрт миллион һумдан ашыу булған тәгәрмәсле мәҙәниәт йортон район Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алды.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итеүенсә, хәҙер бәләкәй һәм төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр концерттар һәм кинофильмдарҙы йышыраҡ ҡарай ала. Күсмә автоклуб ярты сәғәт эсендә юғары технологиялы сәхнәгә әйләнә. Бында яҡтылыҡ һәм тауыш аппаратураһы, шулай уҡ үҙ автономиялы электр ҡоролмаһы бар. Концертты хатта баҫыуҙа ла үткәрергә мөмкин.
Автоклубтың асҡыстарын тапшырыу барышында Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Флизә Макеева Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлыҡтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Фото: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.
Читайте нас