Төҙөлөш эшен “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең филиалы -- Шишмә юл ремонтлау-төҙөү идаралығы башҡарҙы. Быйыл марттағы сауҙалашыу һөҙөмтәһендә килешеү хаҡы 28,77 миллион һумдан 22,87 миллион һумға төшөрөлдө.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл төҙөлөшө министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, эш графикка ярашлы сентябрҙә тамамланырға тейеш булһа ла, подрядсы ваҡытынан алда эшләп бөткән. Ул туҙған юл япмаһын алған, аҫтын ҡом-ҡомташ ҡушылмаһы менән нығытҡан, асфальт-бетон япмаһы түшәгән, юлдың ситен һалған.