Учалы предприятиеһы "Уралташ"та "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә иҡтисади файҙа 11,5 миллион һум – тәшкил иткән.
– Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү проекты өсөн гранит плитәләр эшләү процесы һайланды, – тип һөйләй республиканың иҡтисади һәм инвестиция үҫеше министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. – "Гранит плитәләр етештереү производствоһын ҡулайлаштырыу" проектын ғәмәлгә ашырыу 8 ғинуарҙа башланды. Дүрт ай эсендә етештереү хәл-торошо диагностикаланды, проблемалар барланды, уларҙы хәл итеү буйынса саралар күрелде.
Төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Руслан Нуретдинов иһә:
– Төп күрһәткестәрҙең ыңғай үҙгәреше билдәләнде. Мәҫәлән, гранит плитәләр әҙерләү ваҡыты икеләтә ҡыҫҡарҙы, ә ағымдағы запас кимәле 11 процентҡа түбәнәйҙе, – тине.
"ГранитИнвест" компанияһы составына ингән "Уралташ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте граниттан әйберҙәр – бурса, бордюр ташы, плитә – яһау менән шөғөлләнә.
"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың "май" указы нигеҙендә барлыҡҡа килгәйне. Ул 2024 йылға тиклем хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыу бурысын ҡуя.