Туймазы ҡалаһының үҙәгендәге Октябрь майҙанында иҫке асфальт түшәмен алып ташлау, коммуникациялар үткәреү эше тамамлана. Асфальт урынына таш бурсаларҙан плитә һаласаҡтар.
Ҡала хакимиәтенең төҙөкләндереү бүлеге начальнигы Ирек Шакиров әйтеүенсә, ер эштәре – иң ҡатмарлыһы һәм төҙөүселәрҙең күп ваҡытын ала. Майҙанда һәм уға илткән урындарҙа йәйәүлеләр юлдары барлыҡҡа киләсәк, сауҙа павильондары урынлаштырыласаҡ, уратып 38 электр үткәргесе нөктәһе, видеокүҙәтеү булдырыласаҡ.
Бында эре декоратив 40 ағас ултыртасаҡтар. Сәскә түтәле урынында яҡтыртҡыслы гранит фонтан эшләйәсәктәр. Төҙөкләндереү барышында шулай уҡ модуль бәҙрәф, ул хәрәкәт итеү проблемалары булған граждандар өсөн дә ҡулайлаштырыласаҡ, имсәк балалары булған әсәләргә уларҙы төрөү өсөн өҫтәл ҡуйылған махсус бүлмә буласаҡ.
Ремонт эштәре көҙгә тамамланасаҡ. Был маҡсатта 50 миллион һумдан ашыу аҡса федераль бюджеттан бүленгән. Өсөнсө, иң һуңғы этап, 2022 йылда буласаҡ. Унда мәҙәни саралар өсөн сәхнә төҙөләсәк.
Майҙанды төҙөкләндереү 2018 йылда ил Президенты Владимир Путиндың "май" указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты сиктәрендә бара. Ул ҡалаларҙы матур һәм уңайлы итеү бурысын ҡуя.