Милли проекттар
14 Июнь 2021, 08:00

Пушкинға һәм шиғри һүҙгә арнап

Өфөлә “Һөйлә” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Пушкиндың бюсы янында ижади йәштәр, шиғриәткә битараф булмағандар шағирҙың һәм үҙҙәренең шиғырҙарын һөйләне.

Өфөлә “Мәҙәниәт ирекмәндәре” ойошмаһы тарафынан “Һөйлә” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. А. С. Пушкиндың бюсы янында ижади йәштәр, шиғриәткә битараф булмағандар шағирҙың һәм үҙҙәренең шиғырҙарын һөйләне.
Был сара Владимир Путиндың май указдарындағы “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә уҙыуы менән әһәмиәтле.
Мәҙәни ирекмәндәр шиғыр һөйләү менән сикләнмәне, ҡала халҡына А. С. Пушкиндың тормош һәм ижад юлына арналған викторина ла үткәрҙе, дөрөҫ яуаптар өсөн символик бүләктәр таратты.
“Һөйлә” Бөтә Рәсәй акцияһы Башҡортостанда икенсе тапҡыр үтә. Шулай уҡ был сара сиктәрендә нәфис һүҙ һәм һөйләү оҫталығы буйынса дәрестәр ҙә ойошторолған.
Читайте нас