Милли проекттар
15 Июнь 2021, 10:30

Стажировканы ойоштороуҙа дәүләт ярҙам итә

Быйыл 365 йәш белгес стажировка үтә.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл Башҡортостанда һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлағандарҙың стажировкаһын ойоштороуға 18 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” проекты нигеҙендә 365 йәш белгес стажировка үтәсәк. 1 июнгә ҡарата 160 кеше стажировкаға ебәрелгән дә инде.
– Хеҙмәт баҙарында эшсе көсөнә ихтыяж менән тәҡдим араһындағы тигеҙһеҙлек шарттарында республика алдында квалификациялы эшсе кадрҙар әҙерләү системаһын йылдам үҫтереү бурысы тора. Бынан тыш, мәктәп уҡыусыларын да йәлеп итеп, йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреү һәм эшсе һөнәрҙәренең абруйын арттырыу буйынса эште әүҙемерәк тормошҡа ашырырға кәрәк, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.
Стажировканы ойоштороуҙа ҡатнашырға теләгән эш биреүселәргә һәм мәғариф учреждениеларын тамамлағандарға республикалағы халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә.
Әйткәндәй, стажировка саралары Башҡортостанда 12 йыл тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә унда 15 меңдән ашыу йәш белгес йәлеп ителгән. Сарала ҡатнашҡандарҙың 70 проценттан ашыуы стажировканан һуң даими эшкә урынлашҡан.
Фото: https://mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/374307/
Читайте нас