Милли проекттар
16 Июнь 2021, 10:45

Борайҙа көрәштеләр

Милли спорт төрҙәрен ауылда бигерәк тә яраталар.

Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына һәм “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектына ярашлы, Борай ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт залында ирекле көрәш буйынса һайлап алыу ярыштары уҙғарылды.
Ирекле көрәш – ул барлыҡ төп физик сифаттарҙы үҙ эсенә алған олимпия спорт төрө. Спортсылар төрлө көрәш алымдарын ҡулланып, бер-береһен еңергә тырыша.
Борайҙағы ярыш барышында ирекле көрәш буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары Мөршид Моталимов һәм Сәйет Магамедханов балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә йөрөгәндәр өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. “Милли спорт төрҙәрен ауылда бигерәк тә яраталар. Улар менән шөғөлләнеү өсөн махсус ҡорамалдар ҙа, ҙур сығымдар ҙа кәрәкмәй”, – тине тренер Рәлит Әхмәтзәки улы.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/111428
Читайте нас