Рәсәйҙә бына алтынсы тапҡыр инде “Йыл ғаиләһе” конкурсы үткәрелә. Ул Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам фонды тарафынан үткәрелә. Быйыл ул “Минең ғаиләм – минең Рәсәйем” девизы аҫтында үтә, маҡсаты – ғаилә абруйын нығытыу, ғаилә династиялары, өлгөлө ата-әсәләрҙең тәжрибәһе менән таныштырыу, тәрбиәле балалар үҫтереү.
Конкурс шарттарына ярашлы, ул ике этапта үтә. Тәүгеһе муниципаль район һәм ҡала округтарында уҙҙы ла инде. Хәҙер еңеүселәр Мәскәүҙә республика намыҫын яҡлау өсөн әҙерләнә. Республика конкурсында ҡатнашыу өсөн 87 заявка алынғайны. Кемдәр еңде, кемдәр артабан да конкурста ҡатнашасаҡ?
“Алтын ғаилә” номинацияһында Мәләүез районынан дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән Мәхмүтовтар ғаиләһе еңеүсе булды. Йорт хужаһы Зиннәт Низам улы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, билдәле механизатор. Ҡырҡ йыл фельдшер булып эшләгән хәләл ефете Фәүзиә Сибәғәт ҡыҙы менән ярты быуат татыулыҡта ғүмер кисерәләр.
“Күп балалы ғаилә” номинацияһында беренселекте Краснокама районынан Дербеневтар ғаиләһе яуланы. Ғаиләлә 28 бала үҫә, 23-ө тәрбиәгә алынған. Улар быға тиклем дә төрлө конкурстарҙа, форумдарҙа ҡатнашып, дипломдар менән бүләкләнгәйне. Аис Нәзиф улы үҙ көсө менән йорт һалған, балаларын да хеҙмәт һөйөргә өйрәтә. Ҡатыны Гөлсирен Фәйзулла ҡыҙы бына һигеҙенсе йыл инде балаларҙы тәрбиәгә алған ата-әсәләрҙең “Ҡояшҡай” клубына етәкселек итә.
Салауат районынан Хәйрисламовтар ғаиләһе “Йәш ғаилә“ номинацияһында еңеүсе булды. Айбулат һәм Ирина ике бала тәрбиәләп үҫтерә, күптәр өсөн өлгө булырлыҡ булдыҡлы ғаилә. Ғаилә башлығы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнһә, ҡатыны рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, педагогтарҙың халыҡ-ара, Рәсәй, республика конкурстарында уңыш яулаған.
“Ауыл ғаиләһе” номинацияһында Бишбүләк районынан Сираевтар беренселек яуланы. Ғәзиз Рифҡәт улы үҫемлекселек һәм һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә, билдәле саңғысы, һөнәри конкурстарҙа ҡатнашҡаны бар. Зөлиә Дамир ҡыҙы әүҙем тормош менән йәшәй, ике балаға әсәй булыу менән бергә район һәм республика кимәлендәге бәйгеләрҙә ҡатнаша. Ул - Бөтә Рәсәй “Миссис Россия Мира - 2021” конкурсының республика этабы финалисы.
“Ғаилә – традицияларҙы һаҡлаусы” номинацияһында Өфө районынан Мәхмүтовтар еңеүгә өлгәште. Был татыу, ныҡлы ғаиләлә өс бала үҫә. Уларҙың халыҡ йолаларына, традицияларға һаҡсыл ҡарашын төрлө конкурстарҙа яулаған наградалары раҫлай.
Ғөмүмән, йәш быуынды тәрбиәләүгә лайыҡлы өлөш индергән еңеүселәрҙең барыһы ла хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ, уларҙың Мәскәүҙә үтәсәк сарала һынатмаясаҡтарына шик юҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу “Демография” милли проектының нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.