Быйыл беҙҙең республикабыҙ Псков, Волгоград, Пенза һәм Иваново өлкәләре менән бер рәттән “Геройҙар иле” Бөтә Рәсәй лагерын ойошторған бишенсе майҙансыҡ булып танылды. Был проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла.
Өфө районының “Ҡайынҡай” ял базаһында Бөтә Рәсәй лагерының беренсе сменаһы уңышлы эш башланы. Унда 250 бала йәлеп ителгән. Йәй дауамында республиканың һәм сит төбәктәрҙең бер мең уҡыусыһын йәлеп итеп, дүрт смена ойоштороу күҙаллана.
Был лагерға башлыса кадет кластары уҡыусылары, хәрби-патриотик берләшмәләр, илһөйәрлек, “Хәтер вахтаһы” хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар, йәш блогерҙар, төбәк эҙләү отряды эҙәрмәндәре, йәш ҡотҡарыусылар саҡырыла.
Балалар өсөн түбәндәге йүнәлештәр булдырылған: “Рәсәйҙең хәрби тарихы”, “Социаль проектлау”, “Яҡлаусылар”, “Тарих һаҡсылары”, “Еңеү медиаһы”, “Еңеү ирекмәндәре”.
"Геройҙар иле" лагерында ҡатнашҡан балаларға ҡыҙыҡлы танышыуҙар, ижади башланғыстар һәм яҡшы кәйеф теләйек!
Фото: education.bashkortostan.ru