Милли проекттар
16 Июнь 2021, 09:30

Һуғарыу системаһы сафҡа индерелде

Ауырғазы районының “Урожай” ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында республикала тәүгеләрҙән булып өс BAUER һуғарыу системаһы сафҡа индерелде.

Ауырғазы районының “Урожай” ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында республикала тәүгеләрҙән булып өс BAUER һуғарыу системаһы сафҡа индерелде. Был системаны алыуға хужалыҡ 84,6 миллион һум аҡса сарыф иткән, шуның 30 миллионы субсидия булараҡ кире ҡайтарыласаҡ. Әлеге проект “Рәсәйҙә мелиорация комплексын үҫтереү” программаһына ярашлы атҡарыла. Комплекс сенаж һәм бесән күләмен ике тапҡырға арттырыу мөмкинлеге бирәсәк.
- Һыу ҡойоу системаһы хужалыҡҡа бесәнде ике, йәки өс тапҡыр сабып алыу мөмкинлеге бирәсәк. Мәҫәлән, люцернаның күләмен гектарҙан 200 центнер сабып алырға мөмкин буласаҡ. “Урожай” өс баҫыуҙан 10 мең тоннаға тиклем сенаж һәм бесән йыйып аласаҡ. Был әлеге күрһәткестәрҙән ике тапҡырға юғарыраҡ. Тимәк, хужалыҡҡа быйылғы ҡоролоҡ ҡурҡыныс түгел. Малдар ҡышҡылыҡҡа етәрлек кимәлдә бесән менән тәьмин ителәсәк. Шуға ла һөт һәм ит етештереү буйынса күрһәткес артасаҡ ҡына, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Быйыл “Рәсәйҙә мелиорация комплексын үҫтереү” программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында республикала ике һуғарыу комплексы сафҡа индереләсәк. Тәүгеһе Ауырғазы районының “Урожай” хужалығында булһа, икенсеһе Мәләүез районының Салауат исемендәге хужалыҡта ҡуйыласаҡ. Уларға 130 миллион һум аҡса сарыф ителәсәк. Төбәк һәм федераль ҡаҙнанан 47 миллион һум субсидия бүленәсәк.
Әлеге программа 2019 йылдан ил Президенты Владимир Путиндың "май" указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Һуғарыу системаһын сафҡа индергән аграрийҙарҙың сығымдарының 70 проценты субсидия булараҡ ҡайтарыла. Программа 2026 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм ошо ваҡытҡа үҫемлекселек йүнәлешендә һуғарылған ерҙәр күләме 117 процентҡа етергә тейеш.
Читайте нас