Милли проекттар
17 Июнь 2021, 10:30

Дүртөйлөләргә ҙур бүләк әҙерләйҙәр

Ленин исемендәге майҙанды һәм элекке һыра заводы биләмәһен төҙөкләндереү тамамланып килә.

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлөлә Ленин исемендәге майҙанды һәм элекке һыра заводы биләмәһен төҙөкләндереү тамамланып килә. Мәғлүм булыуынса, был объекттар бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу йәһәтенән иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында Дүртөйлөнөң еңеүе һөҙөмтәһендә һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә тәртипкә килтерелә.
Биләмәләрҙең икеһендә лә концерттар ҡуйыу, лекциялар уҡыу, күргәҙмәләр, спорт саралары ойоштороу өсөн павильондар асылған. Модулле киңлек бер үк ваҡытта бер нисә сара үткәреү мөмкинлеген бирә.
Һыра заводы территорияһында берләшмәләрҙең ваҡиғалары, репетициялар һәм ағартыу программалары өсөн асыҡ сәхнә эшләнгән. Завод бинаһын яҡын киләсәктә мәҙәни киңлек итеп үҙгәртеп ҡороу күҙаллана, ә объекттың стенаһы стрит-арт рәссамдар өсөн ижад зонаһына әүереләсәк. Ошонда уҡ заманса скейт-парк асыу ҡарала.
– Эш тамамланып килә, һуңғы штрихтар ҡалды тиергә лә мөмкин, – тине скейт-парктар төҙөү буйынса махсус ойошма етәксеһе Николай Бровкин. – Дүртөйлөләр яңы ял һәм спорт биләмәһенә тейешенсә баһа бирер, һәм яҡын киләсәктә бында күрше ҡала, ауылдарҙан да халыҡ күпләп ялға килер, тип уйлайым.
Июнь аҙағында, Йәштәр көнөндә, йәмәғәт биләмәләрен асыу урындағы халыҡ өсөн ҙур байрамға әүерелер.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/111819
Читайте нас