Милли проекттар
17 Июнь 2021, 04:30

Хаталар булмаҫҡа тейеш

Республиканың көнәркәшлек сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм “Республика сауҙа үҙәге” дәүләт ҡаҙна предприятиеһы төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина ойошмалары етәкселәре менән ойошторған эшлекле кәңәшмәлә ҡатнашты.

Республиканың көнәркәшлек сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм “Республика сауҙа үҙәге” дәүләт ҡаҙна предприятиеһы төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина ойошмалары етәкселәре менән ойошторған эшлекле кәңәшмәлә ҡатнашты.
Сарала ағымдағы мәсьәләләр менән бергә медицина ҡорамалдары тәьминәте өсөн бирелгән ғаризаларҙағы йыш осраған хаталар ҙа тикшерелде.
– Беҙҙең төбәктә үткән айҙа бирелгән ғаризаларҙың 30% ғына иҫкәртмәһеҙ булды. Республиканың көнәркәшлек сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының маҡсаты – ҡануниәткә ярашлы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү. Был контракт хеҙмәткә бәйле штрафтарҙы ла кәметәсәк, – тине комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Гөлнара Сәхәбетдинова.
Хаталарҙы төҙәтеү маҡсатында 2020 йылдың апрелендә Республиканың көнәркәшлек сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында эш төркөмө ойошторолған, ул медицина ҡорамалдарын ҡайтарыуға ғаризаларҙы тикшерә, контракт системаһындағы ҡануниәт талаптарына ярашлылығын билдәләй.
Кәңәшмә барышында түбәндәге етешһеҙлектәргә иғтибар бирелде: 44-се Федераль закондың 33-сө статьяһындағы ҡағиҙәләргә тап килмәү (һатып алынған объектты һүрәтләү), дәүләт контракты проектын әҙерләгәндә иҫкергән типовой контракттарҙы ҡулланыу һәм башҡалар.
Эшлекле кәңәшмәлә медицина ойошмалары етәкселәренә документтар әҙерләгәндә Рәсәй ҡануниәтенә таянып эшләргә кәңәш бирелде. Документацияла етешһеҙлектәр булған осраҡта был контрактҡа ҡул ҡуйыу ваҡытын оҙайтыуы, ялыуҙарға һәм тикшереүҙәргә килтереүе ихтимал.
Һуңғы айҙа Республиканың көнәркәшлек сәйәсәте буйынса дәүләт комитетына республиканың медицина учреждениеларынан медицина ҡорамалдарын ҡайтарыу буйынса дөйөм суммаһы 70 миллион һумлыҡ ете ғариза килгән. Уларҙың икәүһенә ҡарата ғына иҫкәртмәләр юҡ.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла, юғары технологиялы медицина ҡорамалдары ҡайтарала һәм район-ҡалаларҙа күрһәтелгән медицина ярҙамы сифаты бермә-бер күтәрелә.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас